Расих Ханнанов
Аҡ күгәрсен. Шағир Рәсих Ханнанов иҫтәлегенә
«Аҡ күгәрсен»– ике туғандаш, башҡорт һәм татар телдәрендә иҗад итеүсе йыр авторҙары өсөн конкурс. Ул шағир Рәсих Ханнанов иҫтәлегенә бағышланды. Уның йырҙарын Башҡортостандың һәм Татарстандың күренекле йырсылары 1950-сы йылдарҙан алып башҡарған һәм бөгөн дә башҡара.
Конкурс йырға һалырға мөмкин булған шиғырҙар яҙыуға бағышланып, 2021 йылдың 28 октябрендә, шағирҙың тыуыуына 90 йыл тулған көндә старт алды. Конкурсты ойоштороу идеяһы менән Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы – Рәсих Ханнановтың кесе ватаны – hәм Башҡортостан Республикаһының Языусылар берлеге сыкты. Проект Мәҙәни башланғыстарҙың Президент фонды ярҙамында ғамәлгә ашырылды.
2022 йылда был конкурста Башҡортостан, Татарстан республикаларынан, Мәскәү, Самара, Пермь, Ульяновск, Вильнюс hәм башҡа төбәктәрҙән башҡорт hәм татар телендә яҙған 60 шағир ҡатнашты. Жюри составына күренекле әҙәбият белгестәре, Башҡортостан һәм Татарстандың легендар йырсылары инде.
Жюри рәйесе – композитор, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Татарстан Республикаһының Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияhы лауреаты Рим Хәсәнов.
Был китапҡа конкурста ҡатнашҡан авторҙарҙың шиғырҙары тупланды.
Рәсих Нурғәли улы Ханнанов
Башҡорт АССРының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының «Халыҡтар дуҫлығы» ордены кавалеры, Татарстан мәҙәниәт министрлығының «Мәдәнияткә керткән өлеше өчөн» маҡтау билдәһе эйәһе.
Ул «hуғыш осоро балалары» быуынына ҡарай: 1931 йылда Ҡырмыҫҡалы ауылында тыуған, hуғыш осороноң барлыҡ ауырлыҡтарын кисергән, йәшләй атаһын юғалтҡан, өлкәндәргә ярҙам итеп, «Фронт өсөн, еңеү өсөн» девизы аҫтында колхозда эшләгән.
Ватансылыҡ һәм төрлө милләт кешеләренең үҙ-ара ярҙамлашып йәшәү рәүешенә ул ғүмер буйы тоғро ҡалды. Ижад юлын район гәзитендә башлап, ул бик тиҙ абруйлы журналистҡа әүерелә, Өфөгә «Кызыл таң» гәзитенә эшкә саҡырыла, унда 40 йыл эсендә әҙәби хеҙмәткәрҙән баш мөхәррир вазифаһына ҡәҙәр юл үтә.
Рәсих Ханнанов әҙәбиәткә 1950-се йылдарҙа килә, проза, шиғриәт, драматургия жанрҙарында яҙыша. Уның 30-ҙан ашыу китабы, компакт-дисктары, аудио-китаптары донъя күрҙе, пьесалары буйынса спектаклдәре К.Тинчурин исемендәге драма һәм комедия театры, Сибай драма театры, Мәскәү, Үзбәкстан, Ҡаҙаҡстан халыҡ театрҙарында ҡуйылды.
Башҡорт һәм татар телдәрендә яҙған йырҙары шағирга ҙур танылыу килтерә. Башҡортостандың иң күренекле композиторҙары Рим Хәсәнов, Тәлғәт Шәрипов, Данил Хәсәншин һәм башҡалар тарафынан уның шиғырҙарына 200-ҙән артыҡ йыр яҙыла. Уларҙы Башҡортостан һәм Татарстандың легендар йырсылары Илфак Смаков, Хәйҙәр Бигичев, Иҙрис Ғәзиев, Зәки Мәхмүтов, Радик Гәрәев, Ғәли Хамзин, Нәзифә Ҡадырова башҡарҙы.
Был йырҙар конкурстарҙа бер нисә тапҡыр еңеү яуланы: мәҫәлән, «Күр әле бер генә» йыры Швецияла уҙған Халыҡ-ара конкурста Гран-приға лайыҡ булды, «Яңғыҙ аҡҡош күлдәрҙә» Татарстанда «Йыл йыры» тип танылды.
Алсыу Сафина «Әткәй» йырын Ҡазандың 1000-йыллығы уңайынан ойошторолған тантаналарҙа башҡарҙы. «Минем Уфам – Уралдың саф гөле» йыры өсөн шағир Өфөлә «Башҡала ҡаҙанышы» премияһына лайыҡ булды.
Рәсих Ханнанов йәш журналистар һәм әҙәбиәт һөйөүселәрҙең тулы бер быуынын тәрбиәләне, уларға уҡыусы һәм тыңлаусы менән үҙ-ара бәйләнеш булдырыуҙа һәр ваҡыт ярҙам итергә ынтылды. Шуға күрә «Аҡ күгәрсен» конкурсын уның иҫтәлегенә бағышлау хаҡында ҡарар ҡабул ителде. 2020 йылда вафатына ҡәҙәр һуңғы яҙылған йыры «Аҡ күгәрсен» тип аталғанлыҡтан, конкурс шулай тип исемләнде.
Тәҙерәмдең төбөнә тыш яҡтан
көндә ап-аҡ күгәрсен ҡуна.
Ултыра ла, күҙен мөлдөрәтеп,
миңә ҡарап тора тын гына.
Ҡушымта:
Ул һуңлаһа, борсола башлайым,
бер кем еңмәй һағыныу көсөн.
Бәлки был ҡош – ул минең йәнемдер?
Һуңлама, кил, ап-аҡ күгәрсен.
Ҡайҙан килә ул, бармы хужаһы,
әллә юғалтҡанмы ояһын?
Яңғыҙлыҡта үҙең ҡалһаң ғына,
ситтәр хәлен нескә тояһың.
Тәҙерәмдең төбөнә тыш яҡтан
көндә ап-аҡ күгәрсен ҡуна.
Ултыра ла, күҙен мөлдөрәтеп,
миңә ҡарап тора тын гына.
Исемең матур ҡоштар телендә,
Агиҙел ҡуша һине йырына.
Ҡояш та гүйә тик һине генә
Иркәләй күмеп йылы нурына
Минең Өфөм – Уралдың саф гөлө,
Читать дальше